В БИКЦ ХМАО-Югре рассказали о башкирском меде
Беҙҙе уратып алған тәбиғәт – үҙе бер мөғжизәүи донъя. Ул шундай камил, үҙенсәлекле. Ерҙәге йән эйәләренең бер-береһе менән бәйләнешен һәр яҡлап ентекле өйрәнгән бөйөк ғалим Альберт Эйнштейн былай тигән: “Һуңғы бал ҡорто һәләк булғандан һуң дүрт йылдан кешелек донъяһы юҡҡа сығасаҡ”. Бал ҡорттары бөтөү менән үҫемлектәрҙе һәм ағастарҙы юҡҡа сығара торған зарарлы бөжәктәр ҡот осҡос кимәлдә үрсейәсәк.
Солоҡ — ҡырағай бал ҡорттары өсөн үҫеп ултырған ағасты соҡоп яһаған умарта.
Көньяҡ Уралда со¬лоҡсолоҡ менән беҙҙең эраның V–VI быуаттарында урындағы ҡәбиләләр шөғөлләнә башлаған. Бының тарихи фараз түгел, ә ысынбарлыҡ икәнлеген дин юлындағылар ҙа дәлилләй ала, сөнки ошо дәүерҙә барлыҡҡа килгән Ҡөрьән Кәримдә “Бал ҡорто” сүрәһе бар.
Ҡорт¬солоҡ – кешелек донъяһының айырылғыһыҙ юлдашы.
Солоҡсолоҡ Башҡортостанда күп быуаттар дауамында үҫешкән, солоҡ ағастарына ырыу тамғалары ҡуйылған һәм улар киләһе быуындарға мираҫ буйынса күскән. Умартасылыҡ өсөн кәрәк ҡорамалдар: кирәм — юкәнән ишелгән бау йәки күндән үрелгән ҡайыш бау, ул солоҡсоға ағаста киҫеп һалынған киртләстәргә аяҡтары менән баҫып, ағасты һәм үҙен ныҡлап уратып, ҡыҫып тотоп, солоҡ ағасына үрмәләп менергә ярҙам иткән бау; ләнге — ҡорт ояһын ҡарағанда баҫып тороу өсөн солоҡ аҫтына эләктереп-беркетеп ҡуя торған аҫлыҡ- баҫҡыс. Әлбиттә, башта буласаҡ солоҡ өсөн ҡыуышлы ағасты табалар, ағасҡа менер өсөн балта менән ағас тәнендә тәрән булмаған арҡыры киртләстәр һалалар, ҡыуышты ҙурайтып уялар, эсендәге сүп-сарҙан таҙарталар, 1-2 йыл дауамында елләтәләр, артабан ҡыуыш тишеген ҡалын таҡта менән ябалар, ағас бейеклеккә үҫмәһен өсөн, уның башын ҡырҡып осоралар. Артабан урмандағы ҡырағай ҡорттар был ағас тишегенә оялағас, йәйҙең июль айҙарында ҡорт ғаиләһенең хәлен тикшерәләр, балы булһа, уны киҫеп алалар. Солоҡсо төп ҡорамалдары ярҙамында солоҡ ағасы буйынса бик юғарыға, 4-5 ҡатлы йорт бейеклегендәге солоҡҡа үрмәләп менә, ләнгене ағасҡа беркетә. Шунан ләнгегә баҫып, үҙенең арҡаһында алып менгән йүкә бауҙы ағас ботағы аша бауландырып ергә төшөрә һәм, ағас төбөндә торған ярҙамсыһы ағас батманды (силәкте, күнәкте) бау менән нығытып бәйләгәс, батманды бау менән юғарыға, үҙе янына күтәрә. Бал ҡорттары ваҡытынан алда шаулап-ҡотороп китмәһен өсөн, бик ҙур һаҡлыҡ менән генә солоҡ тишеген балта, ҡасау һәм өтөргө менән аса. Артабан төтөнләткес менән ағас ҡыуышына төтөн өрҙөрөп, ҡорттарҙы ҡортсоно саҡмаҫлыҡ хәлгә килтерә (борондан урмандағы янғындан һаҡланыу өсөн бал ҡорттары төтөн еҫен һиҙеп ҡалһа, үҙҙәренең урттарына запас бал ҡаба, шунан ояһынан сыға, артабан инде уларҙың ҡаяуҙары ҡортсоно саға алмаҫлыҡ хәлгә инә). Ҡортсо бик һаҡ ҡына, сәбәләнмәйенсә генә ағас тишеген тикшерә, шунан һуң ғына солоҡтағы балды умартасының кәкере бысағы менән ҡырҡып ала һәм уны батманға тейәй. Батманы тулғас һәм ҡышҡылыҡҡа ҡорттарға ашарлыҡ бал ҡалдырғас, бауланған батманды ярҙамсыһына төшөрә. Артабан солоҡ тишеген тығыҙлап ябып ҡуя һәм ҡорттар кире солоҡ эсенә инһен өсөн солоҡтоң бәләкәй генә кейәһен асып ҡалдыра. Ҡайһы саҡ солоҡсолар бал ҡорттары өсөн ағас ҡыуышынан тыш, бейек ағастарға эсе соҡоп эшләнгән бүрәнә умарталарҙы күтәртәләр һәм, ботаҡтар өҫтөнә ныҡлап ултыртып, тартып бәйләп ҡуялар ҙа, солоҡтарҙы киләһе йылға тиклем тыныс ҡалдыралар.
«Башҡорт балы» атамаһы һаҡланыусы сауҙа маркаһы булып тора. 2005 йылдан «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы Рәсәй Федерацияһы территорияһында үҙ продукцияһын «Башҡорт балы» тип исемләргә хоҡуғы булған берҙән-бер учреждение булып тора. 2005 йылда Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге «Башҡорт балы» һүҙбәйләнешен Башҡортостанда етештерелгән бал аҙығы тауарҙарын маркировкалау өсөн патентлай.
Беҙҙең Ханты-Манси автономиялы округы-Юграла йәшәүсе башҡорттар ҙа ҡышҡылыҡҡа үҙҙәрен башҡорт балы менән тәьмин итәләр, сөнки ҡышҡы Себер һыуыҡтарында, бигерәк тә коронавирус ауырыуы аҙған ваҡытта башҡорт балы профилактика булып тора. Беҙҙең Юграла йәшәүсе башҡорт теле уҡытыусыһы Мәүлитҡолова Зөһрә Вафир ҡыҙы Башҡортостанда умартасылыҡ менән ш!ғ!лләнеп тә өлгөрә һәм Сорғот балаларына башҡорт
балы тураһында әңгәмәләр үткәрә.