blank

ТВОРЧЕСКАЯ ВСТРЕЧА С НАРОДНЫМ ПИСАТЕЛЕМ БАШКОРТОСТАНА МАРСЕЛЕМ САЛИМОВЫМ

В Доме дружбы народов Республики Башкортостан в онлайн-формате состоялась творческая встреча знаменитого башкирского сатирика и юмориста, народного писателя Башкортостана, заслуженного работника культуры РФ и БССР,  кавалера ордена Дружбы Марселя Салимова (Мар. Салим) с башкирскими читателями, проживающими в Челябинской и Курганской областях. Предлагаем информацию председателя Челябинского литературного объединения имени М. Акмуллы, члена Союза писателей России и Башкортостана Камсы Муртазина об этом событии.

 

“Көләссик” менән осрашыу

Силәбе өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендәге “Әҙәби тирмәлә” көлкө дәүләтенең илсеһе – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов менән онлайн форматта шаян осрашыу уҙҙы. Унда Силәбе һәм Курган өлкәләрендә йәшәүсе башҡорттар – китап уҡыусылар, уҡытыусылар, китапханасылар, әҙиптәр, мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Күп телдәрҙә сыҡҡан иллеләп китап авторы, С. Михалков, В. Гиляровский, В. Набоков (Рәсәй), «Алеко» (Болгария), Н. Гоголь (Украина), Э. Хемингуэй, М. Твен (Канада), Дж. Лондон (АҠШ), Ч. Диккенс (Бөйөк Британия) исемдәрендәге халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты, «Рәсәйҙең алтын ҡәләме», «Тыныслыҡ илсеһе» (Германия), «Иң яҡшы шағир» (Ҡытай) тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған Мар. Сәлимде Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев “әҙәбиәтебеҙҙең мәшһүр көлдөргөсө”, ә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы академик Ғайса Хөсәйенов “көләссик” тип атағайны.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры Марсель Сәлимов – ысын-ысындан, бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим әйткәнсә, “башҡорт сатириктарының атаманы”, 30 йыл «Һәнәк» журналын етәкләгән легендар баш мөхәррир. Әле лә ижади, ижтимағи аҙымдарын кәметмәй, егеттәрсә егәрле, йәштәр менән бергә атлай, йүгерә, саба. Ул Рәсәй фәндәр һәм сәнғәт академияһы, Рәсәй әҙәбиәте академияһы, Шиғриәт академияһы һәм бер нисә халыҡ-ара академияның әүҙем ағзаһы, Башҡортостан яҙыусылар союзының сатира-юмор секцияһы етәксеһе, республика журналистика ветерандары берләшмәһе рәйесе, 2016 йылда Грецияла үткән ижад фестивалендә “9 Муза” Халыҡ-ара мәҙәниәт академияһының вице-президенты итеп тә һайланды.

Арҙаҡлы яҙыусы-сатириктың ижадына арналған презентация, уның юбилей уңайы менән төшөрөлгән тамашалар, ана шуларҙа теп-тере булып һөйләп торған Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев һ.б. күренекле әҙиптәрҙең, сәхнә оҫталарының шаярыу ҡатыш сығыштары силәбеләрҙең күңеленә бигерәк тә хуш килде.

«Сатирик һәм юморист һирәк осрай торған талант, һеҙ уға нисек ирештегеҙ?», «Элек пионерҙар башлығы, комсорг, парторг, ә хәҙер фәлән-фәлән ойошмаларҙың ағзаһы, етәксеһе – ҡайҙан килә һеҙгә шундай дәрт?», «Ерәнсә сәсән шаяртыуҙарын, Аҡмулла менән Бабич сатираһын, Булат Ишемғол менән Сәғит Агиштың юмористик хикәйәләрен уҙҙыраһығыҙ түгелме?» һ.б. ошондай уйынлы-ысынлы һорауҙар яуҙырҙы силәбеләр халыҡ яҙыусыһына. Һәм унан тапҡыр яуаптар алдылар.

«Марсель ағай, Һеҙ Башҡортостандың иң шаян халыҡ яҙыусыһы, беҙҙең күңелдәрҙе таҙартыусы ысын көләссик!” – тине уны яратып силәбеләр. Дәрт-дарманы ташып торған әҙип күңелдәрҙе арбап, хас та әкиәт батыры булып: «Бына шулай уйнап-уйлап йәшәргә кәрәк!» – тип үҙ мәйеленә әйҙәне. Беҙ уны Силәбегә ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. “Һеҙҙә күрешкәнгә ҡәҙәр, ҡәҙерле дуҫтарым!” – тип, мәғрүр Урал тауҙары аша үрелеп, осрашыуҙа ҡатнашҡандарҙың һәр ҡайһыһын күкрәгенә ҡыҫҡандай итеп, хушлашты үҙебеҙҙең башҡорт ағайыбыҙ. Хәҙер уның, бүләккә китаптарын күтәреп, ҡунаҡҡа килгәнен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

 

Ҡамса Мортазин,

М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе.

Силәбе ҡалаһы.

blank