Презентация о потомках Салавата Юлаева от БИКЦ в ХМАО-Югре
16 июндә башҡорт халҡының бөйөк улы Салауат Юлаевҡа 267йыл тула. Салауат Юлаев Салауат районы Тәкәй ауылында тыуған.Атаhы Юлай Аҙналин Шайтан-Көҙөй волосы старшинаhы була.
Әсәhе Аҙнабикә Юлай Аҙналиндың өсөнсө ҡатыны була. 3 ҡатыны булғас ,әлбиттә, Юлайҙың ғаиләhе ишле булғандыр.Тарихтан билдәле булыуынса, Салауаттың Раҡай hэм Сөләймән исемле ағалары булған. Ғалимдар фаразлауынса, улар яуҙа hәләк булған. Салауатты, башҡорт йолаhы буйынса, яуҙа hәләк булған ағаhының ҡатыны Әминәгә өйләндерәләр. Әминәгә 15-16 йәш кенә булhа ла ул ике балаға әсәй булып өлгөргән була. Салауаттыҡы тигән бер йыр бар: Ике таҫтамалым бар ине лә – береhе ҡара,береhе аҡ ине, 3 ҡатыным бар ине лә – икеhе еңгә, береhе ҡыҙ ине. Бәлки, икенсе ҡатыны Гөлнзирә лә икенсе ағаhының ҡатыны булғандыр. Салауатты ҡулға алғандан hуң уның нәҫелен, ҡатындарын hәм балаларын рус помещиктарына крепостнойлыҡҡа таратып бирәләр. Был хәлде белеп ҡалгас, Салауат төрмәнән иптәштәренә хат яҙа. Ғаиләhен ҡотҡарыузарын утенә.Йыhат Солтанов Миңлеғәле Шайморатовты Салауаттын 3-сө ҡатыны Голбәзирҙең буләре тип иҫбатлап яҙып сыҡҡайны.Салауаттың ҡатын алгас,Голбәзирҙе hэм ике балаhын дуҫтары ҡотҡара.Ә ниңә ышанмаҫка ошо фаразға:батырҙар бит ҡоро ерлектә уҫеп сыкмай! Генерал Шайморатов бит узе лә:”Мин- Салауат тоҡомонан!”- тип ғорурланып ҡабатларга яраткан.
Билдәле языусы Булат Рафиков “Эйәрләнгән ат”исемле тарихи фаразын Салауаттың ике улын: Рамаҙанды hэм Етембайҙы осраштырыуға ҡорған.Рамаҙанды,ул инде Роман булып киткән, уны рус генералы уҫтерә.Ул Рамаҙанды башҡорттарҙы курә алмаҫлыҡ итеп уҫтерә.Ләкин йылдар уткәс, Роман уҙенең сығышын иҫенә төшөрә, кем балаhы икәнлеген аңлай.Башҡортостандың күп кенә райондарында Көҙөй ауылдары бар. Мәҫәлән Учалы Көҙөйҙәре беҙ Юлаев нәҫеленән,ошо яҡтарға ҡасып килеп урынлашҡанбыҙ тиҙәр.Тарихтарын hөйләп ултырған көҙөй бабайҙары инде гүр эйәhе булып бөттөләр инде. Екатерина 2-се заманында Салауаттың исемен,хатта яңы тыуған балаларға ҡушыуҙы тыя,Салауат исемен ҡушҡандарҙы утҡа ташлата.Ләкин халыҡ күнеленән яратҡан батырының исемен йолҡоп ташлап буламы hуң?! Халыҡ хәтере сикheҙ бит ул.Уҙенән нәҫеленең тарихына битараф булмаған,Салауат Юлаев ҡанын йөрөткән атай-олатайҙар ейәндәренә шәжәрәләрен тоҙоп ҡалдырғандар.
Беҙҙең Сорғот ҡалаһында ла С.Юлаевтың тоҡомдары йәшәй, улар тураһында презентация тәҡдим итәбеҙ