
“Йәш килендәр” этно-фольклор конкурсы
5 Мартта, Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан, Дуҫлыҡ ауылы мәҙәниәт йортонда 3-сө тапҡыр “Йәш килендәр” этно-фольклор конкурсы үтте. Матур сарала район ауылдарының йәш,дәртле,уңған, етеҙ килендәре ҡатнашты.Улар үҙҙәренең ғаиләләре,йәшәү рәүеше һәм эш-шөғөлдәре менән таныштырҙы.Конкурстың икенсе өлөшөндә килендәрҙең һәр береһе йыр,бейеү йә иһә шиғырға маһирлығын күрһәтте. Байрам барышында һәр килендең аш-һыуға,бәйләмгә оҫта икәнлеге билдәле булды. Конкурс положениеһы буйынса 1-се,2-се,3-сө урындар һәм Гран-при, шулай уҡ “Уңған килен”, “Оҫта бейеүсе килен”, ” Ипле килен”,”Егәрле килен” кеүек номинациялар һәм ауыл биләмәһенән махсус приздар ҡаралған ине. Дуҫлыҡ, Ҡарамалы-Ғөбәй ауылдары килендәре призлы урын яулаһа, Ҡандракүл ауылы килене Гран-при алып ҡыуанды. Улар сараға ентекле әҙерләнеп, башҡот халҡының йолаларын күрһәтте. Йәш килендәрҙең сығышын абруйлы жюри ағзалары – мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмов, урындағы ҡоролтай рәйесе Дамир Ибраһимов, клубтар системаһы директоры Гөлнар Йәүҙәт ҡыҙы, башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова, этнограф,”Тамға” ижади берләшмә етәксеһе Зөлфиә Краснова, тарихсы Альберт Исмаил баһаланы. Байрамда ҡатнашыусы һәм тамашасы яҙ һулышын тойоп,күңел күтәрелеше,дәрт,дартман алып ҡайтты.
