Чествования юбиляров – супружеских пар «Ғаиләм-ҡәлғәм», посвященный Международному дню семьи
15 май – Халыҡ-ара ғаилә көнө. Берләшкән Милләттәр ойошмаһы Ассамблеяһы тарафынан иғлан ителгән был көн 1993 йылдан башлап байрам ителә. Сәйетбаба тарихи-мәҙәни үҙәге, Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапханаһы берлектә ике матур ғаиләгә бөгөн ҡотлауҙарын еткерҙеләр. Улар – 1957 йылда ғаилә ҡороп, бына инде 64 йыл бергә йәшәүсе Баязитовтар ғаиләһе һәм 1955 йылдың апрелендә бергә тормош юлын башлап, 66 йыл иңгә-иң терәп йәшәүсе Шәкировтар ғаиләһе. Колхоз эшендә ал-ял белмәй эшләгән Баязитовтар – Әнүәр Хәмит улы һәм Зәйтүнә Хатип ҡыҙы өс ҡыҙ һәм ике ул үҫтереп аяҡҡа баҫтыра. Ә инде Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы һәм Рәшиҙә Хәмиҙулла ҡыҙы Шәкировтар, ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы ғүмерен уҡытыусы эшенә бағышлаһа, Рәшиҙә Хәмиҙулла ҡыҙы уңған хужабикә, хәстәлекле әсәй, тормош иптәшенә ныҡлы таяныс булды, мәктәптә эшләргә лә өлгөрҙө. Эшсән һәм тырыш, татыу ғүмер итеүсе был парҙарҙың әле лә донъяһы гөлдәй балҡып тора, балаларын берләштереп тороусы атай һәм әсәй, уларҙың иғтибарына, хәстәрләүенә һөйөнөп һәм рәхмәтле булып, һәр саҡ уларҙы көтөп алалар.
Международный день семей ,отмечаемый ежегодно 15 мая, провозглашён резолюцией Генеральной Ассамблеи ООН в 1993 году. В этот день в Саитбабе чествовали двух семей, которые считаются образцовыми. Чета Баязитовых вот уже 64 года вместе, поженились они аж в 1957 году, вырастили трех дочерей и двух сыновей.
Чета Шакировых создали семью 66 лет назад, воспитали двух сыновей и дочь. Галимьян Мухаметьянович преподавал основы ОБЖ в Саитбабинской школе, а его жена, Рашида Хамидулловна,проработала там же лаборанткой. Сотрудники БИКЦ Саитбаба, сельской библиотеки, СДК Саитбаба посетили пожилых пар на дому и вручили памятные подарки с пожеланиями здоровья и долгих лет жизни.