Беҙ – “Бәхетнәмә”лә!
Халыҡтар берҙәмлеге көнө – төрлө милләттәр берләшеүе, бер үк тарих, бер үк ер, бер үк Ватан кешеләре булыуыбыҙҙы тойоу һәм ғорурланыу, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ кеүек төшөнсәләрҙе бойомға ашырыу өсөн тағы ла бер сәбәп ул.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан, бер төркөм фекерҙәштәребеҙ менән, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Бәхетнамә” тапшырыуында ҡатнаштыҡ. Тапшырыуҙа һүҙ халҡыбыҙҙы берләштергән мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында барҙы. Беҙҙе дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек көслө иткәне тапшырыу мәлендә күп тапҡырҙар һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
– Халыҡтар берҙәмлеге көнө оло әһәмиәткә эйә, ул дуҫлыҡҡа өндәй, йәштәрҙе илһөйәрлек һәм гражданлыҡ рухында тәрбиәләй, быуындар бәйләнешен нығыта. Берҙәмлек бер-береңдең теленә, диненә, мәҙәни ҡомартҡыларына, тарихына ихтирамдан башлана. Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт дуҫ-татыу йәшәй. Киләсәктә лә тыуған республикабыҙ тотороҡло үҫеш, милләт һәм конфессия-ара татыулыҡ өлгөһө булыр тип ышанабыҙ, – тинеләр бер тауыштан тапшырыуҙа ҡатнашыусылар.