
7 октябрь-Атайҙар көнө
Ошо уңайҙан һеҙҙе өлгөлө атай Яҡупов Альберт Рафаил улы менән таныштыраһым килә. Альберт һөнәре буйынса музыка белгесе, район мәҙәниәт һарайы ҡаршыһында ойошторолған “Калейдоскоп” өлгөлө драма театрын етәкләй. Шулай уҡ Языков урта мәктәбендә балаларҙы йыр сәнғәте серҙәренә лә төшөндөрә. Бик оҫта итеп гитарала ла уйнай. Төрлө кимәлдәге, төрлө бәйгеләрҙә призлы урындар яулаусы “Красиво” вокал ансамбленең етәксеһе лә ул.Үҙе лә көйҙәр ижад итә. Ҡыҫҡаһы, күп ҡырлы талант эйәһе! Тормош иптәше Гөлнара ханым менән арыҫландай батыр, тәбиғәтебеҙҙәй матур, бынамын тигән дүрт малайға ғүмер бүләк итеп, әкиәттәгесә ғүмер кисерәләр. Малайҙар ай үҫәһен көн үҫеп, йыл үҫәһен ай үҫеп, атайҙарының шөғөлдәрен үҙ итеп, буй еткереп киләләр. Олоһо Амилгә 10 йәш, унан ҡала Эмилгә 8 йәш, өсөнсө малай Алленгә 4 йәш, ә иң кесеһе Микаэльгә – 8 ай. Ғәзиздәренә беҙҙең яҡтарға хас булмаған исемдәрҙе ҡушыуын атай кеше “Уландарымдың исемдәре донъя кимәлендәге музыка белгестәренең исемдәре менән бәйле”,- тип аңлатты. Бәлки шуның өсөндөр ҙә, малайҙарҙың барыһы ла йыр-моңға ғашиҡтыр. Кис етһә, тәмле аштан һуң, атай кеше ҡулына гитараһын ала, ә малайҙар йырлай. Бәхетле әсәй был матур миҙгелдәрҙе фотоларға төшөрөп ҡалырға тырыша.
