Мероприятие

50 лет журналу Башкортостан кызы
-

50 лет журналу Башкортостан кызы

2 март Өфө ҡалаһында, Конгресс-холда, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының нәшер ителә башлауына 50 йыл тулыуға арнап үткәреләсәк кисәгә саҡырабыҙ һеҙҙе, дуҫтар!

Байрамда уны бар итеүселәр, әле лә усағын дөрләтеүселәр журналға ҡағылышлы иҫтәлектәре менән уртаҡлашасаҡ, "Әсә йөрәге" шиғриәт бәйгеһе, алъяпҡыс, башҡорт ҡурсағы конкурстары еңеүселәрен бүләкләү тантанаһына шаһит буласаҡһығыҙ. Римма Амангилдина, Ян Лира, Зиля Лира, Айгиз Ханов, Лариса Сафуанова, Гәлсәр Байғусҡарова, "Тамыр" балалар студияһы (етәксеһе -Гөлназ Ҡолһарина) һәм башҡа сәнғәт йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ.

Инеү ирекле. Көтөлмәгән ҡыҙыҡлы бүләктәр ҙә алып ҡыуанырһығыҙ!

Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Бөрйән, Ауырғазы, Борай, Благовар, Нуриман райондарынан ҡунаҡтар көтәбеҙ!

Кисә алдынан бай күргәҙмәләр эшләйәсәк! Милли биҙәүестәр, китаптар, кейем һәм башҡа кәрәкле ваҡ-төйәктәр һатыу, гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторола!

Ҡыҫҡаһы, рәхим итегеҙ!